ГЕРБИЦИДТАР (лат. herba — үлән һәм caedo — үлтерәм), ҡый үләндәрен һ.б. кәрәкмәгән үҫемлектәрҙе бөтөрөү өсөн тәғәйенләнгән пестицидтар төркөмөнән химик препараттар. Г. ш. уҡ арборицидтарҙы (кәрәкмәгән ағас һәм ҡыуаҡтарҙы бөтөрөү өсөн) һәм альгицидтарҙы (ылымыҡтарға ҡаршы көрәшеү өсөн) индерәләр. Тотош (бөтә төр үҫемлектәрҙе бөтөрә торған) һәм һайлап (культуралы үҫемлектәрҙең һәм сүп үләндәренең билдәле төрҙәрен юҡ итә) тәьҫир итеүсе; контактлы (үҫемлектең вегетатив органдарын эшкәрткән урынын зарарлай) һәм системалы (үҫемлектәрҙең көпшә системаһы буйлап үтеп, матдәләр алмашыныу процесын боҙа); ҡулланыу шарттары б‑са — тупраҡ аша, йәки шытып сығыу алдынан (бәбәк тамырҙары, шытымдар тарафынан йотола) һәм япраҡ аша, йәки шытып сыҡҡандан һуң (үҫемлектәргә ер өҫтөндәге өлөшө аша инә) тәьҫир итеүсе, эшләп сығарыу ысулдарына ҡарап синтетик органик (тиокарбамин, хлорбензой, пиридин‑, хлорал‑ кан‑ һәм арилоксиалканкарбон к‑та‑ ларының, мочевинаның, динитроанилиндың, фосфорорганик, гетероциклик берләшмәләрҙең һ.б. сығарыл‑ малары) һәм микробиологик синтез Г. айырыла. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. башында Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) илдә тәүге тапҡыр сәнәғәт күләмендә арилоксиалканкарбон к‑талары нигеҙендәге Г. етештереү үҙләштерелә. 60‑сы йй. уртаһында 2,4‑дихлорфеноксиуксус кислотаһы (2,4‑Д) һәм 2‑метил‑4-хлор‑ феноксиуксус к‑таһы нигеҙендә системалы Г. (башлыса иген культуралары сәсеүлектәре өсөн), һуңыраҡ шытып сығыу алдынан ҡулланылған ленацил Г. (шәкәр сөгөлдөрө сәсеүлектәрендә ике өлөшлөләр класы сүп үләндәрен бөтөрөү өсөн) сығарыу үҙләштерелә. 90‑сы йй. башында респ. сығарылған препараттар һыуҙағы эретмәләр, эмульсиялар, сыланыусы онтаҡтар һәм суспензиялар рәүешендә илдәге Г. м‑н эшкәртелгән сәсеү майҙандарының 70% самаһын химик утау өсөн, ш. иҫ. культуралы үҫемлектәр (кукуруз, бойҙай, дөгө, шәкәр сөгөлдөрө, соя, мамыҡ үләне) сәсеүлектәрендә, файҙаланыла. Тирә‑яҡ мөхит объекттарында Г. рәсми сикләнеүле концентрацияһын кеше һәм хайуандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн контролдә тоталар (ҡара: Тирәяҡ мөхитте һаҡлау). Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында дөгө сәсеүлектәре өсөн — пропанид һәм ялан, сөгөлдөр сәсеүлектәре өсөн — феназон һ.б., йәшелсә культуралары сәсеүлектәре өсөн — тетрал (В.Д.Симонов һ.б.), ш. уҡ 2,4‑Д һәм дикамба (2‑метокси‑3,6‑дихлор‑ бензой к‑таһы), сульфонилмочевина сығарылмалары һ.б. нигеҙендә экологик яҡтан хәүефһеҙ, биол. тәьҫир итеү спектры киң һәм сығым нормалары бәләкәй булған ҡатнаш Г. препараттарын (Р.Б.Вәлитов, А.М.Давыдов һ.б.) етештереү технологиялары эшләнә. Диален, октиген, чисталан, шытып сыҡҡандан һуң ҡулланылған луварам Г. (2,4‑Д диметиламин тоҙоноң һыуҙағы 50%‑лы эретмәһе), триаллат һ.б. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тының эксперименталь производствоһында, “Уфахимпром” ААЙ‑нда (2004 й. тиклем), “Каустик” ЯАЙ‑нда сығарыла. Республикала Г. етештереү күләме 90‑сы йй. башында — йылына 20 мең т ашыу, 1999 й. — 8 мең т, 2004 й. 2,9 мең т тәшкил итә. РФ‑тың башҡа төбәктәренә һәм яҡын сит илдәргә (Белоруссия, Ҡаҙағстан, Украина һ.б.) ебәрелә. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: М е л ь н и к о в Н.Н., Б а с к а к о в Ю.А. Химия гербицидов и регуляторов роста растений. М., 1962; М е л ь н и к о в Н.Н. Пестициды: химия, технология и применение. М., 1987; Д а в ы д о в А.М. Ретроспектива совершенствования отечественных гербицидов для зерновых и пропашных культур. Уфа, 1998.

 А.М.Давыдов Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

 

 

 

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика