ГЕОХИМИЯ, Ерҙең химик төҙөлөшө, химик элементтарҙың геосферала таралыуы, күсеп йөрөүе (тупланыуы һәм тарҡалыуы) т‑дағы фән. Аналитик, физик, изотоп Г., биогеохимия, литосфера, гидросфера, атмосфера, метаморфизм, магматизм, мәғдән барлыҡҡа килеү, ландшафт Г. һ.б. айырыла. Химик элементтарҙың таралыуы уларҙың ер ҡабығындағы, диңгеҙ һыуындағы, метеориттарҙағы һ.б. уртаса күләменең (кларктар) дәүмәле м-н билдәләнә. Г. файҙалы ҡаҙылмаларҙы геохимик эҙләү ысулдарының, һыу ресурстарын баһалауҙың, экологик мониторинг үткәреүҙең нигеҙе булып тора. Башҡортостанда геохимик тикшеренеүҙәр үҫеше колчедан мәғдәненең барлыҡҡа килеү процесын һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарындағы (ҡара: Мәғдән ятҡылыҡтары геохимияһы) мәғдән составын өйрәнеүгә; нефть ятҡылыҡтарын асыуға һәм өйрәнеүгә бәйле. 20 б. 30‑сы йй. уртаһында “Востокнефть” (ҡара: “БашНИПИнефть”) тресының Үҙәк нефть эшкәртеү лаб. нефть һәм газ ятҡылыҡтары һыуҙарының, битумдарың һәм нефттәрҙең Г. б‑са тикшеренеүҙәр башлана (Б.Г.Логинов, Ҡ.Р.Тимерғәзин, Н.П.Егорова етәкс.), төрлө йәштәге нефтле тоҡомдарҙың характеристикалары өйрәнелә, төрҙәре асыҡлана (Н.С.Страхов, К.Ф.Родионова, Л.А.Гулечева һ.б.); палеозойҙың нефтле комплекстарына һәм рифей—вендтың потенциаль нефтле ҡатламдарына геохимик тикшеренеүҙәр үткәрелә; нефттең һәм ҡатлам һыуҙарының физик-химик үҙенсәлектәре б-са белешмәләр төҙөлә (О.Д.Илеменова, Л.И.Леонова, Б.И.Лерман, Б.В.Озолин, А.М.Тюрихин, Н.С.Студенко һ.б.). Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә респ. терр‑яһына геохимик районлаштырыу үткәрелә, углеводород кимәленең кәмеүе б-са төньяҡ-көнбайыш, көнбайыш һәм үҙәк өлкәләр айырып күрһәтелә. 50‑се йй. алып Геология институтында Башҡортостандың платформа өлөшөндә девон осорона тиклемге ултырмаларҙа таралып ятҡан органик матдәләр геохимик яҡтан тикшерелә (М.А.Гаррис, Н.А.Зөфәрова һ.б.). 60‑сы йй. аҙ. Г. лаб. (етәкселәре А.А.Малахов, И.А.Хәйретдинов, В.М.Горожанин) термобарогеохимия (Н.А.Андриянова, А.В.Павлов һ.б.), минералдарҙың типоморфизмы (Г.И.Беликова), изотоп ысулдары м‑н (Горожанин) тикшеренеүҙәр үткәрелә; яңы фәнни йүнәлеш – электрогеохимия уйлап табыла (Хәйретдинов). Геоэкология өлкәһендәге геохимик тикшеренеүҙәр нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙың асыҡ алымын ҡулланыуға бәйле. Нефть ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының техноген бысраныу үҙенсәлектәре өйрәнелә (Озолин һ.б.). Гидрогеохимия өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Р.Ф.Абдрахманов, В.Г.Попов тарафынан үткәрелә. 70‑се йй. алып тупраҡта бор, иод, кобальт, марганец, баҡыр, хром, цинк һ.б. элементтарҙың булыу законлыҡтары б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (В.К.Ғирфанов, В.В.Ковальский, Н.Н.Ряховский һ.б.). Башҡортостандың Урал аръяғы райондары тупрағында һәм тупраҡ барлыҡҡа килтереүсе тоҡомдарында — баҡыр, ҡурғаш, цинктың, Йылайыр тигеҙлегендә хромдың күп булыуы асыҡлана. Башҡорт дәүләт университетында 1988 й. алып — Хәйретдинов, 2010 й. башлап Л.Н.Белан етәкс. геохимик тикшеренеүҙәр алып барыла. Рифей — венд ҡатламдарының төҙөлөшөн һәм коллектор үҙенсәлектәрен комплекслы өйрәнеү; гидрогеология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә геохимик тикшеренеүҙәр һ.б. үткәрелә.

     Әҙәб.: Хайретдинов И.А. Введение в электрогеохимию. М., 1980; Закономерности размещения и условия формирования залежей нефти и газа Волго-Уральской области. В 8 т. Т.4. Башкирская АССР. М., 1975; Абдрахманов Р.Ф., Попов В.Г. Геохимия и формирование подземных вод Южного Урала. Уфа, 2010.

Е.В.Лозин, И.Б.Серавкин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика