ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы (11.9.1930, ТАССР‑ҙың Нөнәгәр а.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1990). Фәнни-производство эшмәкәрлеге дегидрирлау һәм хлорорганик синтезлау өсөн катализаторҙар эшләү, күп көкөртлө ҡуйы нефттәрҙе, битумлы тоҡомдар эшкәртеүҙең экологик яҡтан хәүефһеҙ алымдарын табыу һ.б. м‑н бәйле. 1961—74 йй. БАССР‑ҙа эшләй: Стәрлетамаҡ синтетик каучук з‑дында, 1968 й. алып Стәрлетамаҡ химия з‑дының баш инженеры. Ғ. етәкс. этил‑ һәм изопропилбензолды, метилэтилпиридинды дегидрирлау катализаторҙары; α-метилстирол, дихлорэтан, этилендиамин һ.б. алыуҙың аҙ ҡалдыҡлы технологиялары уйлап табыла һәм Стәрлетамаҡ химия з‑дында (ҡара: “Каустик”) производствоға индерелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 190‑ға яҡын уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика