ГАЛОГЕНДАР (гр. hals – тоҙ һәм …генез), Д.И.Менделеевтың периодик системаһындағы VII төркөмдөң төп төркөмсәһенең химик элементтары (фтор, хлор, бром, иод һәм астат). Тәбиғәттә ирекле хәлдә осрамайҙар; хлор, бром, иод, фтор төрлө минералдар (бромаргирит, иодаргирит, криолит, сильвин һ.б.), нефть ятҡылыҡтары һыуҙары, диңгеҙ һыуы һ.б. составына инә; фтор ш. уҡ тере организмдарҙың туҡымаларында (күбеһенсә һөйәк туҡымаһында) бар. Ғәҙәти шарттарҙа фтор һәм хлор — газ, бром – шыйыҡса, астат һәм иод — ҡаты матдәләр; астат – радиоактив элемент, тотороҡло изотоптары юҡ. Бөтә галогендар ҙа — һыуҙа (фторҙан башҡалары, ул һыуҙы окислай), бром, иод ш. уҡ спиртта, хлороформда эрей. Көслө окисландырыусылар, химик элементтар (ҡара: Тоҙ кислотаһы) һәм органик берләшмәләрҙең (ҡара: Галоген‑углеводородтар, Фторорганик берләшмәләр, Хлорорганик берләшмәләр) күбеһе м‑н тәьҫир итешәләр. Күреү ағзалары һәм тын юлдарының лайлалы тиресәһен ярһыталар; бромдың ПДК-һы 2 мг/м3, иодтыҡы – 1 мг/м3, фторҙыҡы— 0,15 мг/м3, хлорҙыҡы – 0,003 мг/м3. Организмда иод етешмәүе йәки артыҡ булыуы ҡалҡан биҙе ауырыуҙарына килтерә (ҡара: Боғаҡ). Фтор һәм хлорҙы электролизлап, иод һәм бромды уларҙың тоҙҙарын  хлор м-н окислап, астатты ядро реакциялары ярҙамында алалар. Г. һәм уларҙың берләшмәләрен органик синтезлауҙа, аналитик реагенттар, хладондар, дезинфекциялау саралары һ.б. сифатында файҙаланалар. Башҡортостанда хлор һәм фтор алыу өсөн байтаҡ сеймал запастары бар (ҡара: Таш тоҙ, Флюорит). 20 б. 40-сы йй. уртаһында Өфө (ҡара: “Уфахимпром”) һәм 60‑сы йй. Стәрлетамаҡ (ҡара: “Каустик”) химия з‑дтарында хлор етештереү үҙләштерелә.

Әҙәб.: Сюндюков А.З., Макаров В.И. Результаты поисков неметаллических полезных ископаемых //Наука в Советской Башкирии за 50 лет. Уфа, 1969.

Н.В.Давиденко

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика