ГАЛОГЕНУГЛЕВОДОРОДТАР (галогендар һәм углеводородтар), галоген алмаштырған углеводородтар, молекулаларында бер йәки бер нисә водород атомы галогенға алмаштырылған углеводородтар. Галоген атомдарының төрө (фторлы, бромлы, иодлы һәм хлорлы) һәм һаны (моно‑, ди‑, три‑ һ.б.), углеводород радикалы (алкил‑, алкенил‑, арил‑, циклоалкилгалогенидтар), молекуланың төҙөлөшө (симметрик, симметрик булмаған Г.‑у.; цис‑, транс‑изомерҙар) б‑са айырыла. Газ хәлендәге (фторметан, хлорметан), шыйыҡ (хлорбензол, хлороформ) һәм ҡаты (гексахлорэтан, тетрахлорбензол) матдәләр; tиреү ‒183,6°С алып (тетрафторметан) 87,3°С тиклем (n‑дибромбензол), tҡайнау 281°С тиклем (бром‑ нафталин). Г.‑у. күбеһе — төҫһөҙ матдәләр, ҡайһы берҙәре яҡтылыҡ тәьҫиренән һары йәки көрән төҫкә инә (иодметан һ.б.). Химик яҡтан актив матдәләр, һыу м‑н тәьҫирләшкәндә — спирттар, аммиак м‑н — аминдар, карбон кислоталары тоҙҙары м‑н — ҡатмарлы эфирҙар һ.б., һелтеләрҙең юғары концентрациялы спирттағы эретмәләре м‑н олефиндар барлыҡҡа килтерә. Лайлалы тиресәләрҙе ҡуҙғыта (аллилбромид), экземаға килтерә (хлорбензотрифторидтар), юғары концентрацияла наркотик тәьҫиргә эйә (трифторметан). Туйындырылған һәм туйындырылмаған углеводородтарҙы галогенлау, спирттарҙың галоген‑во‑ дородтар, көкөрт һәм фосфор галогенидтары м‑н, фосфор галогенидтарының альдегидтарға, кетондарға һ.б. тәьҫир итеүе аша алына. Г.‑у. сәнәғәттә органик синтез процесында, инсектицидтар, синтетик полимерҙар, металорганик берләшмәләр һ.б. алыу өсөн, хладондар, ут һүндергес составтарҙың компоненттары, аэрозоль упаковкаларында пропеллент сифатында ҡулланыла. БР — илдәге иң ҙур Г.‑у. етештереүселәрҙең береһе. Өфө химия з‑дында (ҡара: “Уфахимпром”) 20 б. 40‑сы йй. уртаһынан хлорбензол, хлорпарафиндар, 50‑се йй. три‑ һәм тетрахлорэтилендар, дихлорбензол (ҡара: Хлорорганик берләшмәләр) етештереү үҙләштерелә.  60‑сы йй. уртаһынан “Каустик” ААЙ‑нда юғары т‑рала (480—510°С) хлорлау ысулы м‑н — аллилхлорид, винилхлорид, дихлорэтан, пропилен хлорлауҙың эйәрсен продукттарынан — ди‑ һәм трихлорпропандар, 2‑хлорпропен, цис‑ һәм транс‑1‑хлорпропендар, улар нигеҙендә перхлорэтилен (тетрахлорэтилен), дүрт хлорлы углерод алына. Пр‑тиела илдә тәүгеләрҙән ди‑ һәм тетрахлорпропендар, тетра‑ һәм пентахлорпропандар сығарыу яйға һалына. БР пр‑тиеларында сығарылған Г.‑у. аллил спирты, гербицидтар, монохлоруксус к‑таһы, пластик массалар, эпихлоргидрин (глицерин сығарыуҙағы ярымпродукт) етештереүҙә, эреткестәр сифатында файҙаланыла.

 Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика