ВОЛЬФ Михаил Борисович (27.7. 1903, С.‑Петербург — 21.9.1987, Өфө), химик‑технолог. Химия ф. канд. (1937). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1973). Ленинград политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1927) Баҡыла эшләй: В.Стуруа ис. крекинг-заводта, 1929 й. алып Әзербайжан нефть ҒТИ‑нда. 1934 й. башлап Үҙәк авиация яғыулығы һәм майҙары ҒТИ‑нда (Мәскәү) өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире; 1953 й. — Яңы Куйбышев НЭЗ‑ында. 1955 й. алып Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда (лаб. етәксеһе), 1956—75 йй. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: лаб., 1964 й. башлап сектор етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге автомобилдәр, авиация яғыулығы һ.б. нефть продукттары етештереү технологияларын камиллаштырыуға, уларҙың сифатын яҡшыртыу проблемаларына арналған. В. уйлап тапҡан технологиялар респ. һәм ил НЭЗ-дарында ҡулланыла. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 3 уйлап табыу авторы. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1942, 1951).

Х е ҙ м.: Химическая стабилизация моторных и реактивных топлив. М., 1970; Обессеривание нефтяного кокса. Уфа, 1976 (авторҙ.).

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика