ВОЛОШИН Николай Дмитриевич (15.5.1935, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Әлебай а.), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1984). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй (1975—77 йй. киске ф‑т деканы). 1984 й. алып БДУ‑ла дөйөм химик технология һәм аналитик химия каф. мөдире, 1986 й. башлап Днепродзержинск техник ун‑тының (Украина) органик булмаған матдәләр технологияһы каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре нефть коксы һәм уҡмашмаусы күмерҙе юғары т‑рала үртәү һәм үртәп көкөртһөҙләндереү технологиялары мәсьәләләрен тикшереүгә, төрлө нефть кокстарын төҫлө металлургияла ҡулланыу ысулдарын эшләүгә арналған. В. етәкс. кокс вағын үртәү технологияһы уйлап табыла һәм Фирғәнә НЭЗ‑ындағы тәжрибә-етештереү ҡоролмаһында үҙләштерелә (1974). 90‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика