ВОДОРОД (Hydrogenium), Н, Д.И. Менделеев периодик системаһының беренсе элементы. 2 тотороҡло (протий һәм дейтерий), 2 радиоактив изотобы бар. Ирекле хәлдә бик һирәк осрай. Төҫһөҙ, еҫһеҙ, тәме булмаған иң еңел газ; t иреү ‑259,1°С, t ҡайнау ‑252,6°С. Ғәҙәти шарттарҙа активлығы түбән, юғары т‑рала химик элементтарҙың күбеһе м‑н реакцияға инә. Кислород һәм һауа м‑н шартлаусан ҡатышма барлыҡҡа килтерә. Башҡортостанда термик крекинг газдарынан техник В. етештереү 1941 й. Өфө нефть эшкәртеү заводында үҙләштерелә. Яңы нефть ятҡылыҡтарын асыу һәм эйәрсен нефть газдарын (ҡара: Углеводород газдар) сығарыу күләмен арттырыу сәбәпле, 60‑сы йй. В. Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) һәм “Башнефтехимзаводы” (ҡара: Башҡортостан нефтехимия компанияһы) ПБ пр‑тиеларында тәбиғи газдарҙың пар‑кислородлы каталитик конверсияһы м‑н алына башлай. Электролиз м‑н үтә таҙа В. (хлор етештереүҙең өҫтәмә продукты) етештереү 1948 й. — Өфө (ҡара: “Уфахимпром”) һәм 1964 й. — Стәрлетамаҡ (ҡара: “Каустик”) химия з‑дтарында, 70‑се йй. Нефтехимия производстволары ҒТИ‑ның тәж. з‑дында үҙләштерелә. Респ. техник В. нефть продукттарын көкөртлө берләшмәләрҙән гидрокрекинг, В. тәьҫирендә таҙартыу процестарында, реактив һәм ҡайһы бер юғары калориялы яғыулыҡ, аммиак, бутил спирттары, синтетик май спирттары етештереү өсөн файҙаланыла. Үтә таҙа В. хлорлы В. синтезлау өсөн (ҡара: Тоҙ кислотаһы), изопрен һәм бутадиен (ҡара: “Каучук”), ионол (ҡара: Стәрлетамаҡ нефтехимия заводы) етештереүҙә ацетилен углеводородтарын гидрирлау процестарында, ҡаты майҙар етештергәндә, металдарҙы иретеп йәбештереү һәм ҡырҡыу өсөн һ.б. ҡулланыла. 

Ғ.Ғ.Бикбаева, Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика