ВӘЛИЕВ Фәрит Абдулла улы (21.6. 1952, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Ҡананикольский а.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1997), проф. (2006). БР- ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Органик химия ин‑тында эшләй: 1995 й. алып ғилми секретарь, бер үк ваҡытта 1998 й. — лаб. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре тәбиғи берләшмәләрҙең, ш. иҫ. простагландиндарҙың һәм терпеноидтарҙың күп стадиялы синтезы проблемаларына, улар нигеҙендә дарыу препараттары уйлап табыуға арналған. В. ҡатнашлығында малсылыҡ сәнәғәтендә ҡулланылған простагландинлы эстуфалан препараты эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 10 уйлап табыу авторы. РФ‑тың Дәүләт пр. (1992), Ленин комсомолы (1986) пр. лауреаты.

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика