ЖУКОВСКИЙ Николай Васильевич (1794 — 15.3.1852, С.‑Петербург), дәүләт эшмәкәре. Действительный тайный советник (1850 й. алда). Дворяндарҙан. 1817—21 йй. Себер ген.‑губернаторы канцелярияһында хеҙмәт итә, 1822 й. Көнбайыш Себер ген.губернаторы канцелярияһы идарасыһы, 1824 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1823 й.) алып Тубыл губерна идараһы рәйесе. 1830 й. башлап Ырымбур ген.‑губернаторы эргәһендә махсус вазифалар чиновнигы. 1832 й. дек. алып Ырымбур граждан, 1835 й. апр. — Волынск, 1837 й. — Калуга, 1843 й. — С.‑Петербург граждан губернаторы. 1851 й. башлап сенатор. 3‑сө дәрәжә Изге Владимир, 1‑се дәрәжә император тажлы (1856), 2‑се һәм 3‑сө дәрәжә Изге Анна, 2‑се дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке