ЖУКОВСКИЙ Григорий Васильевич (1800, Ырымбур; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Ырымбур губ. Силәбе ҡ., — 15.2.1880, С.‑Петербург губ. Царское Село ҡ.), дәүләт эшмәкәре. Ген.-лейтенант. Дворяндарҙан. 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыуҙа, 1852 й. Коканд походында, 1853—56 йй. Ҡырым һуғышында ҡатнаша. 1819—71 йй. рус армияһында. 1836 й. алып Хәрби министрлыҡтың инженерлыҡ департаментында хеҙмәт итә. 1845 й. башлап Башҡорт‑мишәр ғәскәре командующийы вазифаһын башҡарыусы, 1846 й. — командующийы. 1849—52 йй. Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. Бөрө өйәҙендә һәм Красноуфимск өйәҙендә 20 мең дисәтинә ере була. 1856—71 йй. Таврия граждан губернаторы, Новороссийск һәм Бессарабия ген.‑губернаторы вазифаһын башҡарыусы. 1871 й. алып сенатор. 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1843), 3‑сө (1848) һәм 4‑се дәрәжә бантлы (1837) Изге Владимир, Изге Александр Невский (1869), Аҡ Бөркөт (1866), 2‑се дәрәжә император тажлы (1842) һәм 3‑сө дәрәжә (1826) Изге Анна, 1‑се (1850) һәм 2‑се (1837) дәрәжә Изге Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.