ЖУВАСИН Павел Алексеевич (1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Подгорный утары, хәҙ. БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Подгорный а., — 4.10.1944, Турда ҡ., Румыния), Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. тиклем Магнитогорск ҡ. шофёр булып эшләй. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Кавказ аръяғы, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армия 110‑сы гвардия уҡсылар див. 307‑се гвардия уҡсылар полкының взвод ком. ярҙамсыһы гвардия өлкән сержанты Ж. 1943 й. 1 окт. Украина ССР-ының Кировоград өлк. Куцеволовка а. һәм 177,0 бейеклеге, 6 һәм 12 окт. 167,8 һәм 177,0 бейеклектәре өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Магнитогорскиҙа урамға Ж. исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.