АКСАКОВ Пётр Дмитриевич, дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник (1760), бригадир (1740). Дворяндарҙан. 1740—44 йй. Өфө вице‑губернаторы. 1742 й. 10 июлендә И.И.Неплюев м‑н берлектә указдарҙы (1736 й. 11 февр.) ер биләү, ерҙе файҙаланыу, төбәк халҡы тарафынан йөкләмәләр үтәү ҡағиҙәләре менән тулыландырыусы һәм башҡорттарҙың хәрби хеҙмәтен регламентлаусы ҡарарға ҡул ҡуя. Сенаттан башҡорттарҙа игенселекте үҫтереү өсөн һәр өйәҙҙә тимерлек асыуҙы һорай. Яңы Мәскәү юлын (Ҡазан—Ырымбур) төҙөү инициаторҙарының береһе. Хеҙмәт тикшереүе һөҙөмтәләре б‑са Сенатҡа Өфө провинцияһы хакимиәте вәкилдәренең үҙ вазифаларын артыҡ файҙаланыуҙары т‑да материалдар ебәрә (1745—48 йй. башҡ. эштәре б‑са Сенат комиссияһы был ғәйепләүҙәрҙе нигеҙһеҙ тип таба). “Башҡорт халҡы хаҡында ҡыҫҡа хәбәр” (“Краткое известие о народе башкирском”) һ.б. материалдарҙа башҡорттарҙың тарихы, соц. мөнәсәбәттәре, көнкүреше һәм хужалығы т‑да мәғлүмәттәр ҡалдыра. 60‑сы йй. С.‑Петербургта архив хеҙмәтендә тора.

Әҙәб.: Игнатьев Р.Г. Суд над бригадиром Аксаковым. Уфа, 1875.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.