ЖАЛОВАННЫЙ ГРАМОТАЛАР, айырым кешеләргә йәки халыҡ төркөмөнә билдәле бер хоҡуҡтар йәки өҫтөнлөктәр биреү т‑да документ, улар 12—19 бб. Рәсәйҙә юғары власть тарафынан бирелгән. Тәүге Ж.г. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы барышында башҡорттар алған. Был документтарҙа башҡорттарҙың Мәскәү батшалығы составына инеүенең юридик яҡтан нигеҙләнгән төп шарттары күрһәтелгән була: хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) һ.б. йөкләмәләр үтәү, яһаҡ һ.б. һалымдар түләү шарты м‑н башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғын, урындағы үҙидараны (ҡара: Йыйын, Ҡоролтай), дин тотоу иркен һаҡлап ҡалдырыуҙы гарантиялаған. Ж.г. башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ерҙәренең сиге (геогр. ориентирҙар б‑са) күрһәтелгән (башҡ. халҡына ер биләүгә берҙәм Ж.г. булмаған). Ер биләмәләре бүлеү һөҙөмтәләре һәм Ж.г. алыу Мәскәү һәм Ҡазан приказ кенәгәләрендә яҙма рәүештә теркәлгән. Подданныйлыҡ ҡабул итеү т‑да батша хакимиәте м‑н һөйләшеүҙәргә ебәрелгән һәм тәүге Ж.г. алған илселек башлыҡтары араһында Аҙнай бей, Айсыуаҡ бей, Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Тәтегәс бей, Шәғәле Шаҡман бей һ.б. була. Ж.г. “пожалованный кеше исеменә” бирелгән йәки воеводаға “башҡорттар ҡарамағына бирергә” тигән бойороҡ рәүешендә булған. Д.Н.Соколов башҡорттарҙың тәүге Ж.г. алыу ваҡытын 1557 й. тип күрһәтә һәм артабан бөтә хакимдар ҙа ер биләү хоҡуғы биреүгә риза була, тип билдәләй; П.И.Рычков 18 б. 50‑се йй. күп башҡорттарҙың Ж.г. булған, тип яҙа. Ж.г. күсермәләре, тәржемәләре башҡ. ҡәбиләләре, ырыуҙары шәжәрәләрендә бар (ҡара: “Бөрйән ырыуы шәжәрәһе”, “Ҡарағай‑ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе”, “Тамъян ырыуы шәжәрәһе”, “Юрматы ырыуы шәжәрәһе”), улар Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында (Мәскәү), Рәсәй дәүләт тарих архивында (С.‑Петербург) һаҡлана. 16—18 бб. аҙ. башҡорттар ер сиктәре аныҡлап күрһәтелгән Ж.г. алған (улар башлыса башҡорттарҙың ер бәхәстәрен ҡарағанда килеп тыуған ғаризаларына яуап итеп бирелгән). 18—19 бб. Ж.г. нигеҙендә башҡорттарҙың аҫаба ерҙәренә хоҡуғын нығытыусы төрлө указдар, грамоталар һ.б. бирелгән. Мәҫ., Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында бәхәсле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә, башҡорттар Ж.г. (уларҙың күсермәләре йәки өҙөмтәләре рәүешендә), ш. уҡ Ж.г. төп нөсхәһенән элек алынған һәм уларҙың ергә хоҡуғын раҫлаусы мәғлүмәттәр килтерелгән ер биләү ҡағыҙы, указдар һ.б. документтар күрһәткән. Ж.г. бер төрө булып титулдарға килешеү‑таныҡлыҡ грамоталары иҫәпләнә. Башҡорттарға Ж.г. шәхси йәки нәҫелдән нәҫелгә күскән тарханлыҡҡа (ҡара: Тархан) бирелгән. Тарханлыҡҡа тәүге Ж.г. алыуға урыҫ хакимдары исеменән көньяҡ‑көнбайыш башҡорттарын Мәскәү батшалығы составына индереүҙә ҡатнашҡан башҡ. ырыуы башлыҡтары (Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли, Шәғәле Шаҡман бей) лайыҡ булған; артабан хәрби дипломатияла һ.б. эштәрҙә күрһәткән айырым хеҙмәттәр өсөн (башлыса батырҙарға, бейҙәргә, старосталарға, старшиналарға, сотниктарға, кантон башлыҡтарына һ.б., ҡара: Социаль структура) бирелгән. Алтын Урҙа хакимдары тарафынан бирелгән тарханлыҡты раҫлау осраҡтары булған. Ж.г. төп нөсхәһе тарханда ҡалған, уның исеме хеҙмәтле тархандар исемлегенә индерелгән, күсермәһе урындағы власть органдарына (ҡара: Урындағы идаралыҡ) ебәрелгән. Шулай уҡ монастырҙарға пошлинаһыҙ йөрөү һәм сауҙа итеү хоҡуғы биргән иммунитет Ж.г., ҡунаҡтарға (сауҙагәрҙәрҙең юғары ҡатламы) сауҙа һәм сәнәғәт эшмәкәрлеге алып барыу хоҡуғы һ.б. өсөн исемле Ж.г. биреү осраҡтары билдәле. 1785 й. алып дворяндарҙың төп хоҡуҡтары һәм хәле (ҡара: Дворянлыҡ), уларҙың ҡатлам органдары (ҡара: Дворяндар йыйылыштары) эшмәкәрлеге “Затлы Рәсәй дворянлығының хоҡуҡтары, иректәре һәм өҫтөнлөктәре грамотаһы”, ҡалалар үҫеше, ҡала халҡының айырым категориялары хәле, ҡала үҙидаралығы (ҡара: Ҡала думалары) нигеҙҙәре “Рәсәй империяһы ҡалаларының хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәре грамотаһы” м‑н көйләнгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке