ЕРЁМИН Михаил Иванович (17.5.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Денисовка а. – 9.5.1945, Седльце ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апр. алып Калинин, Брянск, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 48‑се армия 96‑сы уҡсылар див. 331‑се уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы рядовой Е. 1944 й. 8 июлендә Белорус ССР‑ы Заболотье а. эргәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Верхнеурал ҡ. урамға Е. исеме бирелгән, ул уҡыған 3‑сө урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика