ЕРЕМЕЕВ Пётр Васильевич (11.6.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бердина Поляна а. — 2.10.1941, Калинин өлк. Красуха а. янында), лётчик, өлк. лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Златоуст металлургия техникумын (1930), Ырымбур хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1933) тамамлаған. 1930 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1933—41 йй. РККА‑ның Хәрбиһауа көстәре ҒТИ махсус тәғәйенләнешле отрядының һынаусы лётчигы. 1941 й. ТөньяҡКөнбайыш фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 4‑се ҡатнаш авиация див. 28‑се истребителдәр авиация полкының эскадрилья ком. Е. 100 хәрби осошта (1941 й. окт. ҡарата) күрһәткән батырлығы, 1941 й. 29 июленә ҡараған төндә Мәскәү өлк. Головино һәм Яңы Петровский торама пункттары янында МиГ-3 истребителе м‑н “Юнкерс-88” немец бомбардировщигын таранлағаны өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1941).

Әҙәб.: Толстой А.Н. Таран //Полное собрание сочинений. Т.14. М., 1950.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Фото: П.В.Еремеев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика