ЁЛКИН Иван Сергеевич [22.3.1924, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Покровка а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 3.4.1991, Гродно ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия подполковнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1950‑се йй.). 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. башлап Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия армияһы 88‑се гвардия уҡсылар див. 266‑сы гвардия уҡсылар полкының взвод ком. гвардия лейт. Ё. 1945 й. 14 ғин. Радом ҡ. төньяҡ-көнсығыштараҡ дошман оборонаһын өҙгәндә, 25 ғин. Познань ҡ. (икеһе лә — Польша) төньяҡтараҡ Варта й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1963 й. алып запаста. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика