ЕЛИСЕЕВ Федот Васильевич (1.3.1915, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Елисеевка а. — 21.5.2004, Ҡурған ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия полковнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1945). 1930—35 йй. Фёдоровка р‑нының “Доброволец” к‑зында эшләй, 1938—40 йй. Оборонаға, авиацияға һәм химик төҙөлөшкә булышлыҡ итеү йәмғиәтенең Фёдоровка район советы рәйесе. 1935—38 йй. һәм 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көнбайыш, Калинин, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 70‑се гвардия уҡсылар див. 205‑се гвардия уҡсылар полкының батальон ком. гвардия капитаны Е. 1943 й. 21 сент. Украина ССР‑ы Домантово а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1952 й. алып Ҡурған ҡ. хәрби комиссары. 1967 й. башлап запаста. Ленин (1943), Александр Невский (1943), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Ҡурғанда Е. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика