АКСАКОВ Григорий Сергеевич [4.1.1820, Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙе Яңы Аксаков а., хәҙ. Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а., — 24.2.1891, Һамар ҡ., Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Страхов а. ерләнгән (Һамар өлк. Борск р‑ны)], дәүләт эшмәкәре. Тайный советник (1871). С.Т.Аксаковтың улы. Император хоҡуҡ белеме уч‑щеһын тамамлағандан һуң (С.‑Петербург, 1840) Сенаттың 2‑се, 7‑се департаменты һәм обер‑прокурор канцелярияларында, 1844 й. алып Владимир ҡ. Гражданлыҡ суды палатаһында хеҙмәт итә. 1845 й. башлап Ырымбур, 1846 й. — Сембер губерна прокуроры вазифаһын башҡарыусы. 1850 й. алып Яңы йәмәғәт идаралығын индереү б‑са комиссия ағзаһы (С.‑Петербург). 1852—53 йй. Ырымбур, 1855—58 йй. Һамар вице‑губернаторы. 1858—59 йй. алпауыт крәҫтиәндәренең тормошон яйға һалыу б‑са Ырымбур дворяндар ком‑ты ағзаһы. 1861 й. алып Ырымбур граждан губернаторы вазифаһын башҡарыусы, 1864 й. — губернаторы. 1865—67 йй. Өфө губернаторы. Ырымбур губ. Крәҫтиән реформаһын һ.б. реформаларҙы (19 б. 60—80‑се йй.) үткәреүгә, Өфө губ. адм. учреждениеларын төҙөүгә етәкселек итә. Өфө губ. музейын ойоштороуға (1864, ҡара: Милли музей), Дәүләт банкыһының Өфө губернаһы бүлексәһен асыуға (1865), Үрге Сауҙа майҙанын реконструкциялауҙы тамамлауға һәм Өфөлә беренсе театр (1861, 1874 й. яна) төҙөүгә булышлыҡ итә. 1863 й. 14 майындағы “Башҡорттар тураһында положение”ны төҙөүҙә ҡатнаша. 1867—72 йй. Һамар губернаторы. 2‑се дәрәжә Изге Владимир (1886), Аҡ Бөркөт (1889), 1‑се дәрәжә Изге Анна (1867), 1‑се дәрәжә Изге Станислав (1864) орд. м‑н бүләкләнгән. Һамарҙың почётлы гражданы (1873). 1874—1917 йй. Һамар ир балалар гимназияһында иң яҡшы 10 уҡыусыға А. исемендәге стипендия бирелгән.

Әҙәб.: Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке