ЕКАТЕРИНБУРГ ГУБЕРНАҺЫ, 1919 й. июлендә РСФСР составында ойошторола. Губернаға Пермь губ. 6 өйәҙе инә. 1922 й. төньяҡ-көнбайышта — Коми (Зырян) авт. өлкәһе, төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Төмән губ., көньяҡта — Силәбе губернаһы, көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта — БАССР, көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта Пермь губ. м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Екатеринбург ҡалаһы. Майҙаны — 189 мең км2 (1923). Халҡы 1920 й. — 1,97 млн кеше, ш. иҫ. 2,7 мең башҡорт (күпселеге Билән, Ҡараболаҡ һәм Ҡыштым улустарында йәшәгән). Ауыл халҡы — 72,5%, ҡаланыҡы 27,5% тәшкил итә. Губерна Верхотур, Екатеринбург өйәҙҙәренән, Красноуфимск өйәҙенән, Ҡамышлы, Шадринск, Эрбет өйәҙҙәренән тора. 1920 й. — Алапаевск, Надеждин һәм Түб. Тагил өйәҙҙәре, 1921 й. Каменка өйәҙе ойошторола; 1922 й. Алапаевск, Каменка һәм Надеждин өйәҙҙәре ошоға ярашлы Түб. Тагил, Ҡамышлы һәм Верхотур өйәҙҙәре составына инә. Ҡалалары: Алапаевск, Верхотур, Екатеринбург, Красноуфимск, Ҡамышлы, Невьянск, Түб. Тагил, Шадринск, Эрбет (1923). А.х. айырыуса Красноуфимск, Ҡамышлы, Шадринск һәм Эрбет өйәҙҙәрендә үҫеш ала. Башлыса тау сәнәғәте үҫешкән була. Пр‑тиеларҙың төп өлөшө Екатеринбург, Красноуфимск һәм Түб. Тагил өйәҙҙәрендә урынлашҡан: Белембай заводы, Бисерт заводы, Кәҫле заводы, Ҡыштым баҡыр-электролит һәм механика з‑дтары (ҡара: Ҡыштым заводтары), Наҙы-Петровск заводы, Сысәрт заводтары, Өпәле металлургия з‑ды (ҡара: Өпәле заводтары), Төньяҡ заводы, Ялан заводы һ.б. Екатеринбург (1923 й. 850‑нән ашыу сауҙа пр‑тиеһы иҫәпләнгән), Красноуфимск (250‑нән ашыу), Түб. Тагил (200‑ҙән ашыу), Шадринск (300‑гә яҡын), Эрбет (200‑ҙән ашыу; ш. уҡ йәрминкә сауҙаһы үҙәге була) һ.б. ҡалалар сауҙа үҙәге була. Е.г. аша Пермь т. юлы үтә. Губерна 1923 й. бөтөрөлә, терр‑яһы Урал өлкәһе составына инә.

Әҙәб.: Статистический сборник Екатеринбургской губернии за 1922 г. Екатеринбург, 1923.

Е.Н.Шумилов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика