ЕЖОВ Николай Герасимович (4.1.1922, АСБР‑ҙың Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны Иҫке Йәҙгәр утары — 1.3.1945, Брансберг ҡ. янында, Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. тиклем Медногорск баҡыр-көкөрт комб‑тында эшләй. 1942 й. алып Дон, Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия армияһы 154‑се уҡсылар див. 571‑се артиллерия полкының орудие ком. сержант Е. 1945 й. 1 мартында Брансбергтан 30 км көнсығыштараҡ Тифен күле буйындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Ибраһим а. Е. һәйкәл ҡуйылған; Медногорск ҡ. урамға исеме бирелгән, ул йәшәгән йортҡа һәм Медногорск баҡыр-көкөрт комб‑ты бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Разведчики в боях за родину. М., 1967.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Яндекс.Метрика