ЕДРЁНКИН Михаил Акимович [1923, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Иҫке Александровка а., хәҙ. Өфө ҡ. эсендә, — 2.11.1970 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 3.10.1970), Өфө], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. мартынан Брянск, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында 13‑сө армияның 7‑се штурмлау инженер-сапёр бригадаһы 35‑се штурмлау инженер-сапёр батальонында сапёр булып хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н миналарҙы дөрөҫ ҡуйғаны, 1944 й. 6 майында Гута Пеняцка һәм Майҙан аа., 16 июлдә Броды ҡ. (бөтәһе лә — Украина ССР‑ы) һәм 1945 й. 29 ғин. Кёбен ҡ. (Германия) янында алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) “Востокнефтепроводстрой” тресында (Өфө ҡ.) эшләй. “Ҡыҙыл Йондоҙ” (1943), 1‑се (1945), 2‑се (1944 й. авг.) һәм 3‑сө дәрәжә (ш. уҡ йылдың июне) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика