ИҘЕҮКӘЙ (1352—1419), Алтын Урҙаның хәрби начальнигы, Нуғай Урҙаһына нигеҙ һалыусы. Манғыт ҡәбиләһенән. 14 б. 70‑се йй. Аҡ Урҙа ханы Ырыҫ ваҡытында әмир була, 1376 й. Аҡһаҡ Тимергә ҡушыла. 1377—78 йй. Туҡтамышҡа Күк Урҙала хан булырға ярҙам итә. Туҡтамышҡа ҡаршы ойошторолған фетнәнән һуң (1389) яңынан Аҡһаҡ Тимер яғына күсә. 90‑сы йй. Аҡһаҡ Тимерҙең Алтын Урҙаға походтарында ҡатнаша. Алтын Урҙала Тимер Ҡотло хан власын нығытыуға булышлыҡ итә, ул хан булған осорҙа бәкләрибәк (баш командующий) булып китә, 1399 й. уның м‑н берлектә Ворскла й. (Днепр й. ҡушылдығы) Туҡтамыш һәм бөйөк Литва кенәзе Витовттың берләштерелгән көстәрен тар‑мар итә. 15 б. башында Урта Азияға, Төньяҡ-Көнсығыш Русҡа һ.б. хәрби походтар үткәреү сараһын күрә (1406 й. Туҡтамышты тулыһынса тар‑мар итә), һуңынан үҙ-ара һуғыштарҙа еңелә һәм Алтын Урҙала үҙенең власын юғалта. Туҡтамыштың улы Ҡәҙербирҙе хан тарафынан Яйыҡ й. буйында алышта үлтерелә. И. шәхси улусына көньяҡ Башҡортостан инә. И. — “Иҙеүкәй менән Мораҙым” башҡ. эпосы геройҙарының береһе.

Әҙәб.: Сафаргалиев М.Г. Распад Золотой Орды. Саранск, 1960; Башкирское народное творчество. Т.10: Исторический эпос. Уфа, 1999; Трепалов В.В. История Ногайской Орды. М., 2001.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.