ЕГОРОВ Михаил Анисимович (13.1.1905, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Михайловка а., хәҙ. БР‑ҙың Шаран р‑ны Михайловка а. — 27.1.1945, Кёбен ҡ. янында, Германия), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935—37 йй. Шаран р‑ны Базилевка а/с секретары, эштәр идарасыһы, 1939 й. алып ВКП(б)-ның Шаран район ком‑ты секретары. 1937 й. башлап “За Ленинский путь” (“Ленин юлы өсөн”) гәз. яуаплы секретары. 1944 й. июленән 1‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 121‑се гвардия уҡсылар див. 340‑сы гвардия уҡсылар полкының взвод ком. өлкән лейт. Е. 1945 й. 14—26 ғин. Кельце ҡ. (Германия) янында барған алыштарҙа һәм Кёбен эргәһендә Одер й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика