ЕГЕРЬ ПОЛКТАРЫ, 1797—1856 йй. һәм 1871—1917 йй. еңел пехота һәм кавалерияның хәрби частары. Ырымбур инспекцияһында (ҡара: Хәрби округтар) 1806 й. — 7 Е.п., шуларҙың 5‑еһе Башҡортостан терр‑яһында ойошторола. 25‑се Е.п. Екатеринбург һәм Углич мушкетёрҙар полктарының 6 ротаһынан, 2 гарнизон ротаһынан һәм рекруттарҙан төҙөлә; 5‑се, 1809 й. алып 14‑се, 1819 й. башлап 8‑се (1820 й. — 13‑сө) пехота див. составына инә. 1833 й. таратыла, личный составы ген. фельдмаршал кенәз Ф.В. фон дер Остен-Сакендың 19‑сы Е.п. бирелә. Полктың билдәле булған ком.: подполк., 1807 й. дек. алып полк. Марков (1806—07), подполк. Т.И.Чистяков (1808—09), майор, 1812 й. башлап подполк., 1813 й. — полк. М.М.Ветошкин (1810—14), полк. А.И.Крыжановский (1815—20), подполк. Р.Ломан (1820—23), подполк. Киселевский (1823—?). 26‑сы Е.п. Өфө мушкетёрҙар полкының 3 ротаһынан, 6 гарнизон ротаһынан һәм рекруттарҙан ойошторола; 14‑се пехота див. составына инә. 1814 й. алып 3‑сө гренадер див. составында 26‑сы гренадер Е.п.; 1815 й. 5‑се карабинер полкына үҙгәртелә. Полктың билдәле булған ком.: полк. М.И.Карпенко (1810), подполк. М.И.Есипов (1813), подполк. П.И.Медведев (1815). 29‑сы Е.п. Рыльск мушкетёрҙар полкының 4 ротаһынан һәм рекруттарҙан төҙөлә; 18‑cе, 1807 й. алып 22‑се пехота див. составына инә. 1814 й. башлап 3‑сө гренадер див. составында 29‑сы гренадер Е.п; 1815 й. 6‑сы карабинер полкына үҙгәртелә. Ком.: подполк. Н.В.Данкеев (1806—09), полк. Д.С.Чебышев (1809—11), подполк. П.О.Пригара (1811—15). 30‑сы Е.п. Рыльск мушкетёрҙар полкының 4 ротаһынан һәм рекруттарҙан ойошторола; 17‑се, 1819 й. алып 10‑сы (1820 й. башлап 15‑се) пехота див. составына инә. 1833 й. таратыла, личный составы Ряжск пехота полкына бирелә. Полктың билдәле булған ком.: полк. Козлов (1807—08), майор Карачев (1809—10), майор Живоглядов (1810—12), полк. К.В.Забелин (1815—16), подполк., 1821 й. алып полк. А.В.Роговский (1816—?). 31‑се Е.п. Өфө мушкетёрҙар полкының 4 ротаһынан һәм рекруттарҙан төҙөлә; 17‑се, 1811 й. башлап 25‑се, 1819 й. алып 13-сө (1820 й. — 16‑сы) пехота див. составына инә. 1833 й. таратыла, личный составы 23‑сө Белёв егерь полкына бирелә. Полктың билдәле булған ком.: подполк. Волков (1808—11), майор А.П.Разницын (1812—15), полк. А.И.Ведемейер (1815—19), полк. Ахлёстышев (1819—21), подполк. П.Ф. фон Кауфман (1821—29). 25‑се, 26‑сы, 29—31‑се Е.п. Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнаша.

Әҙәб.: Ульянов И.Э. Регулярная пехота. 1801—1855. М., 1996.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика