ЕВСТИГНЕЕВ Александр Семёнович (1894, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Пёстровка а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Оло Аксаков а. — 20.1.1945, Свошовице ҡ., Польша), Советтар Союзы Геройы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914 й. алып рус армияһында, 1918—20 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. июленән Воронеж, Үҙәк һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 60‑сы армия 322‑се уҡсылар див. 1085‑се уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой Е. 1945 й. 20 ғин. Свошовице өсөн барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн (гранаталар бәйләме м‑н немец бронетранспортёры аҫтына ташланып, уны шартлата) үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән. Оло Аксаковта Е. һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Кузнецов И.И. Защищая Отечество. Иркутск, 1968.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

 

 

Яндекс.Метрика