АКСАКОВ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Аксаков а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К. табан 10 км алыҫлыҡта Сиушка й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1762 кеше; 1959 — 3742; 1989 — 2457; 2002 — 3173; 2010 — 3131 кеше. Урыҫтар, татарҙар, сыуаштар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дөйөм практика табибы бүлеге, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә хосуси ҡымыҙ дауаханаһы (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге шифахана) эргәһендә нигеҙ һалына, 1917 й. (75 йортта 315 кеше иҫәпкә алынған) т. юл станцияһы һәм ҡасаба булараҡ билдәле. 1931 й. башлап ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. ауыл статусын ала. 70‑се йй. ҡарай Колос-Ключи а. (И.С.Протвиндең тыуған ауылы) ҡушылған.

И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.