ДЯТЛОВ Игнатий Семёнович [12.1.1925, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Иҫке Балаҡатай а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 31.7.1999, Өфө, Өфө р‑ны Йоматау а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Капитан. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Гурьев хәрби пехота уч‑щеһын (1944), Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1973). 1943—46 йй. һәм 1949 й. алып Совет Армияһында. 1944 й. июленән 2‑се һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армия 373‑сө уҡсылар див. 1239‑сы уҡсылар полкының взвод ком. лейт. Д. 1945 й. 25 ғин. Юнгфернзе а. (Германия) янында Одер й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1953) Златоуст, Славута (Украина), Өфө ҡҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Иҫке Балаҡатайҙа урамға Д. исеме бирелгән, ул уҡыған Иҫке Балаҡатай урта мәктәбе бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Балаҡатай р‑нында йыл һайын Д. ис. волейбол турнирҙары уҙғарыла.

Г.Т.Хөсәйенова, Н.И.Черепанова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.