ДӨМӘЙ ИШКӘЕВ (? — 1706 й. авг., Ҡазан), башҡорт ихтилалы (1704 — 11) етәкселәренең береһе. Ҡазан даруғаһы башҡорто. 1705 й. яҙында Ҡазан даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә, йәйен хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы Кама аръяғы сиге (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) ҡәлғәләре тирәһендә яу алып бара. 1706 й. яҙы — йәйендә властар м‑н солох т‑да һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Мартта баш күтәреүсе башҡ. вәкилдәре делегацияһы составында Әстерхан ҡ. ген.‑фельдмаршал Б.П.Шереметевҡа килә, ул илселәрҙе Мәскәүгә йүнәлтә. Баш ҡалала Д.И. башҡа илселәр м‑н һаҡ аҫтына алына һәм июлдә Ҡазанға ебәрелә. Язалап үлтерелә.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.