ДЬЯЧКОВ Александр Васильевич [25.10.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Николаевка а. (БР-ҙың Благовещен р-ны) — 6.9.1961, шунда уҡ], Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. алып фронтта. Уҡсы булып хеҙмәт итә, 1943 й. башлап Воронеж, Дала, 2-се һәм 1-се Украина фронттарында 52-се армияның 294-се уҡсылар див. 861-се уҡсылар полкының разведка отделениеһы ком. була. Дан орд. м‑н 1944 й. 20—21 авг. Яссы ҡ. (Румыния), 1944 й. дек. — 1945 й. ғин. Сташув ҡ. (Польша) менән Герлиц а. һәм 16 февр. Хундсфельд ҡ. (икеһе лә — Германия) өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1946) Благовещен р-нының А.А.Жданов ис. к‑зында эшләй. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се (1959), 2-се (1945) һәм 3-сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. Николаевкала Д. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.