ДЬЯКОВ Владимир Анатольевич [14.6.1919, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы р-ны) — 16.11.1995, Мәскәү], тарихсы. Тарих ф. д-ры (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү тарих-архив ин-тын тамамлаған (1947). 1957 й. алып — Мәскәүҙә СССР-ҙың Үҙәк дәүләт хәрби-тарих архивында, 1958 й. башлап — СССР МС‑ы эргәһендәге Баш архив идаралығында, 1960 — 95 йй. СССР ФА‑ның Славяноведение һәм балканистика ин-тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре 19 б. — 20 б. башында славян халыҡтарының милли-азатлыҡ һәм революция хәрәкәттәренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1972 й. алып Халыҡ-ара славистар ком-ты эргәһендәге Славистика тарихы б-са халыҡ-ара комиссияның вице-президенты.

Хеҙм.: Освободительное движение в России. 1825 — 1861 гг. М., 1979; Освободительные движения народов Австрийской империи. Возникновение и развитие. Конец XVIII в. — 1849 г. М., 1980 (авторҙ.); Славянский вопрос в общественной жизни дореволюционной России. М., 1993.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.