ДУРАСОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Иван Дмитриевич Д., 15 б. аҙ. Польша короллегенән Бөйөк Мәскәү кенәзлегенә күсеп килә. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Алексей Фёдорович Д., секунд-майор. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1734 й. алып Ырымбур драгун полкында хеҙмәт итә. 1754 й. Өфө өйәҙендә имениеға һәм 86 крәҫтиәнгә хужа була. Уның улдары: Семён Алексеевич Д., 1778 й. башлап лейб-гвардия Преображенск, 1788 й. — Смоленск драгун, 90‑сы йй. Ырымбур драгун полктарында хеҙмәт итә; Николай Алексеевич Д., 19 б. башында Ырымбур губернаһында 400‑гә яҡын ир-ат һәм 15 мең дисәтинә ер хужаһы була. Ырымбур губ. полицияһын ҡарауға 8 мең һум иғәнә бирә (1807). Уның улдарынан Алексей Николаевич Д. билдәле, майор. Өйләнгәс, ер биләмәләре м‑н Верхотор заводын һәм Йүрүҙән-Ивановка заводын ала. Уның ҡатыны Аграфена Ивановна Д. — И.С.Мясниковтың (ҡара: Мясниковтар) ҡыҙы. Ул 18 б. 80‑се йй. башынан ер биләмәләре м‑н бергә Верхотор һәм Йүрүҙән-Ивановка заводтарына эйә була, 1799 й. Мең заводын һалдыра. Уларҙың улы — Николай Алексеевич Д. (1760—1818), 1803 й. мираҫҡа ер биләмәләре м‑н Верхотор (1804 й. Пашковтарға һата), Мең һәм Йүрүҙән-Ивановка з‑дтарын [1812 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1815) Белосельский-Белозерскийҙарға һата] ала. “Люблин” усадьбаһының хужаһы була, унда һуңынан архитектура ҡомартҡыһына әүерелгән һарай (архитекторҙары И.В.Еготов һәм Р.Р.Казаков; хәҙ. Коломенский-Лефортово-Люблин Мәскәү дәүләт берләшкән музей-ҡурсаулығы составына инә) төҙөтә. Шулай уҡ Василий Александрович Д. билдәле, титулярный советник (1782). 1770 й. алып лейб-гвардия Преображенск полкында, 1781 й. — Өфө наместниклығының губерна магистратында хеҙмәт итә. Уның улы Михаил Васильевич Д., вахмистр. 1795 й. алып Ырымбур драгун полкында хеҙмәт итә; Николай Николаевич Д., камергер, действительный статский советник (1853). 1845—62 йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1844—62) Ырымбур дворяндары башлығы. 19 б. уртаһында Ырымбур губ. Алексеевка шарап ҡыуыу з‑ды (ҡара: Шарап ҡыуыу заводтары), Өфө өйәҙендә 700‑ҙән ашыу крәҫтиән һәм 22,5 мең дисәтинә ер хужаһы. Уның улы — Дмитрий Николаевич Д., действительный статский советник. 1877—86 йй. Стәрлетамаҡ өйәҙ дворяндар йыйылышы башлығы. Стәрлетамаҡ өйәҙенең Покровка улусы Покровка а. (хәҙ. Фёдоровка р‑ны) Николаевка шарап ҡыуыу з‑ды хужаһы. Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Покровка улусында Д. ерҙәрендә Дурасовка (хәҙ. Айтуған-Дурасов а.), Ильинка (хәҙ. Ильиновка а.), Гороховский Посёлок (хәҙ. Гороховка а.), Николаевка (хәҙ. Николаевка а.), Покровка, Сашин (хәҙ. Сашин а.) һәм Хваталовский Посёлок (хәҙ. көндә юҡ; бөтәһе лә — Фёдоровка р‑ны), Өфө губ. ш. уҡ өйәҙе Никольск улусында Дурасовка (Блударёв; хәҙ. Шишмә р-ны Дурасов а.) торама пункттарына нигеҙ һалына.

Д. нәҫеле Рязань, Һамар, С.‑Петербург, Тамбов һәм Ырымбур губ. дворян нәҫел тарихы китабының 6‑сы киҫәгенә (1818) яҙылған.

Әҙәб.: Новиков В.А. Сборник материалов для истории уфимского дворянства. Уфа, 1879; Гудков Г.Ф., Гудкова З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краеведческие очерки. Уфа, 1991.

Б.Ә.Аҙнабаев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018