ДЫУАН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Д.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантон составына Златоуст өйәҙенең 10 улусы (Балаҡатай, Дыуан-Мәсетле, Ибрай, Ҡалмаҡҡол, Мырҙалар, Нәсибаш, Түб. Ҡыйғы, Үрге Ҡыйғы, Һикеяҙ һәм 2‑се Әйле) инә. Төньяҡта — Ҡошсо кантоны, көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Златоуст өйәҙе, Көҙәй кантоны, көнбайышта Бөрө өйәҙе, Златоуст өйәҙе, Көҙәй кантоны м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Арҡауыл а. (хәҙ. Салауат р‑ны). 1919 й. сент. бөтөрөлә, терр‑яһы Дыуан-Ҡошсо кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке