ДЫУАН-ҠОШСО КАНТОНЫ, 1919 й. сент. Дыуан кантонының — 10 һәм Ҡошсо кантонының 10 улусынан АСБР составында ойошторола. Төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта Златоуст һәм Бөрө өйәҙҙәре м‑н сиктәш була. Майҙаны — 8435 км2. Халҡы 1920 й. — 112371 кеше. 1921 й. 38 китапхана, 2 уҡыу йорто булған. Кантон 1922 й. 5 окт. бөтөрөлә, терр‑яһы (20 улус) Мәсәғүт кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Карта: Дыуан-Ҡошсо кантоны (1919)

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.