ДРАГУН ПОЛКТАРЫ, 1631—1918 йй. кавалерияның хәрби частары. Ырымбур һәм Өфө гарнизон Д.п., 1736 й. ойошторола. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) һәм Башҡорт ихтилалын (1755—56) баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1742 й. ҡарай Ырымбур ҡ. һәм Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләрендә урынлаша (Өфө гарнизон Д.п. бер өлөшө Өфөлә тора). 1763 й. таратыла, личный составы Ырымбур губернаһы ҡалалары һәм ҡәлғәләре гарнизондарына бирелә. Ырымбур Д.п., 1784 й. дек. Ырымбурҙа Ырымбур һәм Ҡара Яр ялан батальондары нигеҙендә ойошторола; 1798—1801 йй. Ырымбур ген.‑лейт. (1799 й. тиклем ген.‑майоры) А.Г.Воеводскийҙың драгун полкы. 1796 й. алып Ырымбур инспекцияһы (1808 й. башлап 23‑сө див.), 1811 й. —3‑сө кавалерия див. 9‑сы кавалерия бригадаһы составында була. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнаша. 1812 й. дек. Ырымбур улан полкына үҙгәртелә (1851 й. таратыла). Билдәле полк ком.: полк. кенәз А.Н. Ромодановский-Ладыженский (? — 1797); майор Я.И. Козловский (1798 й. апр.—нояб.); майор, 1800 й. алып подполк. В.Д.Рыков (1798—1805); майор, 1808 й. башлап подполк. Ф.М.Зоненбах (1807—12). Башҡортостанға башҡа төбәктәрҙән дә Д.п. ебәрелгән. Вологда Д.п., 1705 й. ойошторола. 1718 й. алып Кама аръяғы сик һыҙығын һаҡлай. Ырымбур экспедицияһында (1734—44), 1735—44 йй. ихтилалды баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1771 й. таратыла, личный составы еңел ялан командаларына тапшырыла. Ҡазан гарнизон Д.п., 1755 й. 1755—56 йй. ихтилалды баҫтырыуға йәлеп ителә. Владимир Д.п., 1774 й. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында баш күтәреүселәрҙең ҡораллы көстәрен тар-мар итеүҙә ҡатнаша.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке