ДОСТАВАЛОВ Александр Васильевич (17.7.1963, Өфө — 1.3.2000, Чечен Респ. Улус-Керт а. янында, Псков ҡ. ерләнгән), десантсы, гвардия майоры (1999). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000). 1992 й. Приднестровьела тыныслыҡ урынлаштырыу операцияһында, 1996 й. һәм 2000 й. Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Рязань юғары һауа-десант команда уч‑щеһын тамамлаған (1987). 1981 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. Герой исеменә 76‑сы гвардия һауа-десант див. 104‑се гвардия парашютсы-десант полкы 2-се гвардия парашютсы-десант батальоны ком. урынбаҫары гвардия майоры Д. 2000 й. 29 февр. — 1 мартында Арғын тарлауығындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. “Батырлыҡ” орд. м-н бүләкләнгән. Псковта Д. исеме м-н урам аталған.

Әҙәб.: Шаг в бессмертие. Псков, 2001.

Е.А.Смирнов

Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке