АКРЫНОВ Иван, Ырымбур губернаһының отставкалағы унтер‑офицерҙары, һалдаттары һәм драгундарынан Уложенный комиссия депутаты. Вахмистр. Комиссияға хәрби хеҙмәт шарттарын үҙгәртеү (ғаиләләге улдарҙың береһен хеҙмәттән азат итеү, хеҙмәт тамамланғандан һуң йәшәү урыны һайлау һ.б.) һәм йөкләмәләрҙе кәметеү т‑да наказ тәҡдим итә. 1767 й. нояб. депутатлыҡ хоҡуҡтарын Х.М. Самсоновҡа тапшыра.

Әҙәб.: Васильев И.М. Податное и военно-служилое население Башкирии по наказам в Уложенную комиссию 1767 г.: в 2 ч. Уфа, 2000

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.