ДОННЕЛЛИ Алтон Стюарт (30.11.1920, Спрингвилл ҡ., АҠШ — 2.1.2007, Бингемтон ҡ., АҠШ), тарихсы. Филос. д‑ры (1960), проф. (1966). БР ФА‑ның сит ил акад. (1991). Икенсе донъя һуғышы һәм 1950—53 йй. Корея һуғышы ҡатнашыусыһы. Калифорния ун‑тын (Беркли ҡ., 1955) тамамлаған. 1960—85 йй. Нью-Йорк штатының Дәүләт ун‑тында (Бингемтон ҡ.) уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре 18—19 бб. Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сәйәсәтен, 16—18 бб. Башҡортостанды колониялаштырыу, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыу һәм башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.) тарихын өйрәнеүгә арналған.

Хеҙм.: Завоевание Башкирии Россией 1552—1740. Страницы истории империализма. Уфа, 1995; The Conguest and Administration of Turkestan, 1860—1885 //Rissian Colonial Expansion to 1917. London; New York, 1988.

Р.Ғ.Кузеев, И.В.Кучумов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке