ДОКШИН Даниил Фадеевич (яҡынса 1747 й. — ?), Өфө провинцияһының отставкалағы унтер-офицерҙары, драгундары һәм һалдаттарынан (ҡара: Хеҙмәтле кешеләр) Уложенный комиссия депутаты. Отставкалағы вахмистр (Минзәлә ҡәлғәһендә йәшәгән). Комиссияға депутат итеп 1768 й. И.М.Кузнецов урынына һайлана. 1768 й. июнендә депутатлыҡ вәкәләттәрен лейб‑гвардия Измаил полкы капитан-поручигы Н.В.Леонтьевҡа тапшыра.

Әҙәб.: Г.Д.Давыдов мәҡ. ҡарағыҙ.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке