ДИСТРИКТ, 18 б. Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек. 1719 й. 29 майындағы указ м‑н өйәҙҙәр урынына индерелә. Д. провинциялар һәм губерналар (һирәгерәк өйәҙҙәр, ведомстволар) составына ингән, улустарға бүленгән. Д. үҙәге булып дистрикт ҡалаһы торған, унда земство (комиссарлыҡ, идаралыҡ) канцелярияһы булған. Д. м‑н Камер‑коллегия тарафынан тәғәйенләнгән земство комиссары (идарасыһы) етәкселек иткән, ул һалымдар йыйыуҙы, йөкләмәләрҙең үтәлеүен, дәүләт милкен файҙаланыуҙы күҙәткән, полиция м‑н етәкселек иткән һ.б. 1727 й. 9 ғин. манифесы, 9 һәм 24 февр. указдары м‑н бөтөрөлгәндәр; ҡайһы бер төбәктәрҙә өйәҙҙәр м‑н параллель рәүештә 1781 й. тиклем булғандар. Д. Башҡортостандың Урал аръяғы терр‑яһы бүленгән. 18 б. 20‑се йй. бында Себер губернаһының Исәт (адм. үҙәге — Исәт бастругы), Окунев (адм. үҙәге — Окунев бастругы) һәм Шадринск (адм. үҙәге — Архангел Шадринск ҡаласығы) Д. ойошторола. 1737 й. улар нигеҙендә Исәт провинцияһы барлыҡҡа килә, 1756 й. ул 5 Д. [Ҡуртамыш (адм. үҙәге — Ҡуртамыш биҫтәһе) һәм Өйәлкә (адм. үҙәге — Силәбе ҡәлғәһе) Д. ойошторола] бүленә.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке