ДИСТАНЦИЯ (тарихта),  нығытмалы  сик  һыҙығының бер өлөшө.  Д. 10‑ға яҡын ҡәлғәнән, редуттан һ.б. нығытмаларҙан торған. Д. м‑н нач. етәкселек иткән (вазифаға ҡәлғәләрҙең береһенең дәрәжәһе б‑са өлкән коменданты йәки гарнизон командиры тәғәйенләнгән); ул, хәрби бурыстарҙан тыш, суд эшен алып барған, һалым йыйыуҙы, башҡа йөкләмәләрҙе үтәүҙе күҙәткән. Д. регуляр һәм иррегуляр ғәскәрҙәрҙең һалдаттары сик буйы хеҙмәтен үтәгән. Ырымбур сик һыҙығы тәүҙә — Красногорск (Верхнеозёрный), Орск, Түбәнге Уй (Троицк), Түбәнге Яйыҡ, Үрге Уй, Үрге Яйыҡ, Һаҡмар һәм Һамар участкаларына; идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң — 1–5‑се; 19 б. 20‑се йй. Баҡсай, Верхнеурал, Звериноголовский, Илек, Ҡалмыҡ, Ҡыҙыл, Кожехар, Нижнеурал, Орск, Рубежинский һәм Троицк, Ырымбур Д. бүленә. Д. Ырымбур сик буйы батальондары, ландмилиция полктары (18 б. 40‑сы йй. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығынан күсереләләр), башҡорттар, мишәрҙәр (ҡара: Башҡорт ғәскәре) һәм казактар (ҡара: Ырымбур казак ғәскәре, Урал казак ғәскәре) хеҙмәт итә. 1–4‑се Д. — башҡорттар, мишәрҙәр һәм Ырымбур казактары, 5‑сегә (Уральск ҡ. алып Гурьев ҡ. тиклем) Урал казактары ебәрелә (ҡара: табл. 328 б.).

Әҙәб.: Законы Российской  империи о башкирах, мишарях, тептярях  и бобылях: сб. док. и материалов. Уфа, 1999.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Текст на русском языке

 

Ырымбур сик  һыҙығы   дистанциялары   буйынса   башҡорттарҙың,  мишәрҙәрҙең  һәм  Ырымбур   казактарының   һаны (1800)

Дистанциялар

Ҡәлғәләр

Башҡорттар һәм мишәрҙәр

Ырымбур казактары

Бөтәһе

1-се

Звериноголовский

355

178

533

Уйтамаҡ

140

40

180

Крутояр

128

40

168

Каракуль

128

40

168

Троицк

370

171

541

Степной

165

61

226

Петропавловск

226

100

326

Ҡарағай

50

50

100

2-се

Верхнеурал

370

124

494

Магнит

181

100

281

Ҡыҙыл

387

110

497

Уртаҙым

217

60

277

Таналыҡ

204

180

384

3-сө

Орск

570

270

840

Гөбөрлә

198

50

248

Ильинский

295

150

445

Верхнеозёрный

285

200

485

Красная Горка

230

70

300

Ырымбур

562

400

962

4-се

Черноречье

130

100

230

Татищев

160

70

230

Нижнеозёрный

60

30

90

Рассыпной

105

30

135

Бөтәһе

5516

2624

8140


 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.