ЕЙӘН ҠУШТАНОВ, Иван Ҡ., Ябан Ҡ. (1726 — ?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡыҙылъяр а. (хәҙ. Пермь крайының Барҙы р‑ны 1‑се Ҡыҙылъяр а.) башҡорто. 1773 й. дек. Әбдей Абдулловҡа ҡушыла. Уҫы даруғаһында һәм Ҡазан губернаһына яҡын торама пункттарҙа йәшәүселәрҙән отряд ойоштора. Е.Ҡ. отряды Пермь тау хужалары з‑дтарына ебәрелә, унда Уй һәм Соҡсон заводтарының тау сәнәғәте крәҫтиәндәре иҫәбенә тулыландырыла. Заводтарҙа конфискацияланған аҡсаны Е.Ҡ.Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә оҙата. 1774 й. нояб. башында старшина Рахманғол Иртуғанов отряды тарафынан әсиргә алына һәм Көңгөр ҡ. подполк. А.В.Папаваға килтерелә. 1775 й. февр. Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика