ЕТЕ ЫРЫУ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Е.ы.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Кантонға Ырымбур өйәҙенең Аллабирҙе, Бөрйән, Иманғол, Көйөргәҙе, Мораптал, Разномойка, Сәйет, Таймаҫ, Ташлы, өлөшләтә Новоселка һәм Романовка улустары инә. Төньяҡта — Стәрлетамаҡ өйәҙе, көнсығышта — Ҡыпсаҡ кантоны, көньяҡта һәм көнбайышта Ырымбур өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Иманғол ауылы. 1919 й. июнендә бөтөрөлә, терр‑яһы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика