ДӘШТИ ҠЫПСАҠ, Дәшти, Ҡыпсаҡ далаһы, ҡыпсаҡ ҡәбиләләре берләшмәһенә ингән төрки ҡәбиләләр йәшәгән тарихи-геогр. өлкәнең 11—15 бб. сығанаҡтарында атап йөрөтөлгән исеме. “Дәшти Ҡыпсаҡ” терминын тәүгеләрҙән булып 11 б. фарсы авторы Насир Хөсрәү Арал буйынан алып Карпатҡа тиклем аралағы далаларға ҡарата ҡуллана. 11—13 бб. көнбайышта Дунай й. алып көнсығышта Иртыш й. тиклем Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйы, Азов буйы, Каспий буйы һәм Арал буйы далаларын (Бөйөк далалар теҙмәһе) үҙ эсенә алған. Көнсығыш (Ҡара, йәки Бөйөк, Кумания) һәм көнбайыш (Аҡ Кумания) өлөштәргә бүленгән. Байтаҡ тикшеренеүселәр билдәләүенсә, Д.Ҡ. терр‑яһында ҡыпсаҡ ҡәбиләләренең төп 5 хәрби-сәйәси берләшмәһе (урҙаһы) айырылып торған: Алтай-Себер, Ҡаҙағстан-Урал буйы, Дон буйы, Днепр, Дунай берләшмәләре. Д.Ҡ. составына Көньяҡ Урал, Урал буйы һәм Урал аръяғының (ҡара: Башҡортостан) дала райондары ингән. 13 б. 30‑сы йй. аҙ. — 40‑сы йй. башында Д.Ҡ. монголдар яулап ала һәм ул Алтын Урҙа составына инә. 14—15 бб. “Дәшти Ҡыпсаҡ” исеме Алтын Урҙа, 16—18 бб. Ҡаҙағстан терр‑яһына ҡарата ҡулланыла.

Әҙәб.: Фёдоров-Давыдов Г.А. Кочевники восточной Европы под властью золотоордынских ханов. М., 1966; Иванов В.А., Кригер В.А. Курганы кыпчакского времени на Южном Урале (XII — XIV вв.). М., 1988; Плетнёва С.А. Половцы. М., 1990.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.