АКРОБАТИКА (гр. akrobateo — аяҡ ослап йөрөйөм, өҫкә үрмәләйем), спорт төрө, кәүҙәнең тигеҙлеген һаҡлау һәм бороуға бәйле физик күнекмәләр (һикереү, көс талап иткән һ.б.) комплексын үтәү б‑са ярыштар. 20 б. 50‑се йй. Өфөлә Р.А.Ғадилов БАССР‑ҙа А. б‑са тәүге секция ойоштора. 1980 й. Туймазы ҡ. үҫмерҙәр араһында А. б‑са РСФСР беренселеге уҙғарыла, унда Өфөнән дүрт акробат (И.Й.Ғайсин, Л.П.Петров, С.А.Старцев, А.Ф.Шклярук) еңеү яулай. 1981 й. алып йыл һайын А. б‑са М.А.Шәмиғолов иҫтәлегенә арналған респ. турниры үткәрелә.

Респ. А. б‑са СССР‑ҙың тәүге спорт мастеры исемен Н.В.Бурда ала (1954). Дүрт акробат (Рәйес С. һәм Раф. С. Ғарифуллиндар, И.Х.Муллағәлиев, В.Ф.Попков) — СССР Кубогын яулаусылар (1972), өс акробат (Л.П.Ғарифуллина, Н.Н.Савельева, Р.Р.Хөрмәтуллина) — СССР Кубогының бронза призёрҙары (1978). Мәскәүҙә Олимпия уйындарын (1980) асыу программаһында Башҡортостан спортсылары З.З.Батырбаев, М.М.Ғиләжев, В.А.Кузнецов, Ю.М.Макаров, А.Л.Токарев, В.Ю.Трифонов ҡатнаша. Р.Р.Фазлыева үҫмер спортсылар араһында донъя беренселеге еңеүсеһе була (2008), А.А.Михайлова — үҫмер спортсылар араһында Европа беренселегенең көмөш призёры (2009) һәм ҡыҙҙар араһында донъя беренселегенең бронза призёры (2010). Респ. ДЮСШ‑тарҙа 8 А. бүлеге, 4 А. секцияһы бар, уларҙа 1,5 меңдән ашыу кеше шөғөлләнә (2010). 1963 й. алып БР А. федерацияһы эшләй. А. м‑н тренерҙар Р.Р.Акулова, И.Н.Балук, Батырбаев, И.А.Лебедьков, О.М.Муллағәлиева, Л.Л.Непритимова, Савельева, П.М.Устимов, Шәмиғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

З.З.Батырбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018