ДӘҮЛӘТБАЕВТАР, башҡорт ихтилалында (1662 — 64) ҡатнашыусылар, бер туғандар. Нуғай даруғаһы Ҡыпсаҡ улусы башҡорттарынан. Тархандар. Ишмөхәмәт Д., Ишембәт Д., 1662 й. көҙөндә Минзәләлә Ҡазан воеводаһы кенәз Ф.Ф.Волконскийҙың ихтилалды баҫтырыуға йүнәлтелгән ғәскәренә ҡушыла. 1663 й. яҙында баш күтәреүселәр яғына сыға. Нуғай даруғаһында баш күтәреүселәр етәкселәренең береһе була. Өфө һәм Кама аръяғы сик һыҙығы ҡәлғәләре янында һуғыша. Ҡазан даруғаһы, Нуғай һәм Себер даруғалары башҡорттарының Өфөгә берлектәге походы барып сыҡмағас, Өфө воеводаһы кенәз А.М.Волконский м‑н көрәште туҡтатыу т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Ҡазан даруғаһы баш күтәреүселәре м‑н тыныслыҡ т‑да һөйләшеүҙәр үткәреүгә булышлыҡ итә. 1675 й. мартында Мәскәүҙә Нуғай даруғаһы башҡорттарының Ҡырым ханлығына походта ҡатнашыуы т‑да килешеүгә ҡул ҡуя. Дәүләткилде Д., Дәүәнәй Д., 1663 й. яҙында баш күтәреүселәргә ҡушыла, Ишмөхәмәт Д. м‑н берлектә Өфө янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. 1664 й. мартында Ҡонҡас Д. урынына аманатҡа алына, һуңынан азат ителә. 1675 й. йәйендә ҡалмыҡтарға әсирлеккә эләгә. Ҡонҡас Д., 1662 й. аманат итеп Өфөгә ебәрелә, 1664 й. азат ителә. 1675 й. Ишмөхәмәт Д. м‑н бергә Мәскәүҙә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнаша.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.