ДӘҮЕШЕВ Абдулла Мөслим улы, А.Тауышев, А.Мөслимов (яҡынса 1731 — 1791, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1794 йәки 1795), Исәт провинцияһы мишәрҙәренән Уложенный комиссия депутаты. Исәт провинцияһы Мөслим а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) мишәрҙәренән. Мырҙа. 1771 й. алып Исәт провинцияһы ахуны. Комиссияға Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт иткән өсөн эш хаҡы тәғәйенләү, ислам динен тотоуҙағы сикләүҙәрҙе бөтөрөү, сауҙа ирке, башҡорттар м‑н ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен көйләү, һалымдарҙы ҡыҫҡартыу, йөкләмәләр һанын кәметеү һ.б. т‑да наказ тәҡдим итә. 1767—68 йй. мишәр старшиналарының үҙ вазифаһында 2 йылға тиклем була алыуын билдәләү, ирекле тоҙ сығарыуҙы рөхсәт итеү һ.б. т‑да наказға өҫтәмәләр индерә. Депутаттарҙың сауҙа ирке, казактарға батша һарайы крәҫтиәндәрен һатып алырға рөхсәт итеү т‑дағы тәҡдимдәрен яҡлап сығыш яһай. “Аҫыл һөйәктәр хоҡуҡтары проекты”н тикшергәндә дворяндарҙың өҫтөнлөктәрен киңәйтеүгә ҡаршы сығыусы депутаттарға ҡушыла. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында, И.А.Деколонг һәм Исәт воеводаһы И.Г.Лазарев ҡушыуы б‑са, провинция халҡын ихтилалды туҡтатырға саҡыра. 1774 й. йәйендә баш күтәреүселәр тарафынан әсирлеккә алына, ҡаса. 18 б. 80‑се йй. башында Мөслимдән үҙе нигеҙ һалған Верхнеурал өйәҙе Ҡара-Табын улусы Ахун а. (Учалы р‑ны) күсенә.

И.М.Васильев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.