ДЕРВИЗ Сергей Павлович фон [1857 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1863) ― 7.11.1943, Канн ҡ., Франция], ер биләүсе. Действительный статский советник (1905), камергер (1904). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1892). Киев һәм Рязань губ. ер биләмәләре һәм заводтары була. Инйәр заводына (1890—98 йй. хужаһы була), Лапышты заводына (1897—98) нигеҙ һала. 1898 й. Инйәр тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәтен ойоштороусыларҙың береһе була. 1896 й. Верхнеурал өйәҙендә 129 мең дисәтинә ер биләгән. 4‑се дәрәжә Изге Владимир, 2‑се дәрәжә Изге Анна һәм 2‑се дәрәжә Станислав орд. м‑н бүләкләнгән.

З.И.Гудкова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке