ДЕРБЕТЕВ Иван (Оло) Никитич (? — 1767, Мәскәү), Ставрополь ҡалмыҡ корпусының суҡындырылған ҡалмыҡтарынан Уложенный комиссия депутаты. Ставрополь провинцияһының ҡалмыҡ старшиналарынан. Ставрополь ҡалмыҡ корпусында хеҙмәт иткән, полковник. Комиссияға корпус старшиналарына дворян хоҡуҡтары биреү, корпуста чиндарҙы Рангылар табеленә ярашлы ҡуйыу, ҡалмыҡ сауҙагәрҙәренең провинциянан ситтә ирекле эш итеү мөмкинлеге һ.б. т‑да тәҡдим индерә. 1767 й. окт. депутатлыҡ вәкәләттәрен П.И.Крашенинниковҡа тапшыра.

И.М.Васильев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.