ЕТЕ ЙЫЛЛЫҠ ҺУҒЫШ, бер яҡтан — Австрия, Испания, Рәсәй, Франция, Швеция, икенсе яҡтан Англия, Пруссия, Португалия араһында. Англия м‑н Францияның колониялар өсөн дәғүәләшеүе һәм Үҙәк Европала хакимлыҡ итеүгә көрәшенең киҫкенләшеүе арҡаһында башлана. Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәттәре — Пруссия терр‑яһында һәм Балтик буйында, флоттыҡы Балтик һәм Урта диңгеҙҙә бара. Сенаттың 1756 й. 1 сент. указы б‑са, 1757 й. 531 башҡорт, 519 мишәр, 516 ҡалмыҡ һәм 500 Ҡазан татарынан торған (“дүрт милләтле”) команда төҙөлә. Башҡ. отряды м‑н — баш старшина Ҡыҙрас Муллаҡаев, мишәрҙәр м‑н старшина Әлкәй Мөслимов командалыҡ итә. Хөкүмәт яугирҙарҙы формалы обмундирование (башҡорттар һәм мишәрҙәрҙеке — йәшел, ҡалмыҡтарҙыҡы — ҡыҙыл, татарҙарҙыҡы зәңгәр кафтан була) м‑н тәьмин итә. Авг.—сент. Перегель й., Гросс‑Егерсдорф а. эргәһендәге алыштарҙа һәм рус армияһының Тильзит ҡ. (бөтәһе лә — Пруссия) сигенеүендә ҡатнаша, нояб. алып — Новгород губ., 1758 й. окт. башлап Ырымбур сик һыҙығында була. 1759 й. команда таратыла.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика